Ҡырғыҙстан иҡтисады
Ҡырғыҙстан иҡтисады | |
Валюта |
Ҡырғыҙ сомы |
---|---|
Халыҡ-ара ойошмалар |
Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы , ЕАЭС |
Статистика | |
ВВП (номиналь) |
$10.9 млрд. (2022)[1] [2] $39,2 млрд. (2022, ППС 131-е)[3] (2020) |
Һатып алыу мөмкинселеге (ППС) буйынса ВВП |
(2017) |
Бер кешегә ВВП (ППС буйынса) | |
Иҡтисад йүнәлештәре буйынса ВВП |
ауыл хужалығы: 10,5 |
Иҡтисади яҡтан әүҙем халыҡ |
2,538 млн (2018)[6] |
Йүнәлеш буйынса эшләүсе халыҡ |
ауыл хужалығы: 10,7 % (2013 год)[7] |
Эшһеҙлек кимәле |
% (74,1 тыс. человек в 2019 году)[7] |
Тышҡы сауҙа | |
Экспорт статьялары |
Алтын, терегөмөш, мамыҡ, электр энергияһы, йөн, ит, тәмәке, уран, сурьма, кейем-һалым |
Экспорт буйынса партнёрҙар |
Рәсәй , Ҡазағстан , Ҡытай , Британия , Швейцария һәм башҡалар. |
Импорт статьялары |
Нефть һәм нефть продукттары, пластмасса һәм унан изделиелар, машиналар һәм ҡорамалдар, фармацевтика продукцияһы, химикаттар һәм аҙыҡ-түлек, кейем-һалым, аяҡ кейемдәре |
Импорт буйынса партнёрҙар |
Рәсәй , Ҡазағстан , Ҡытай һәм башҡалар |
Дәүләт финанстары | |
Дәүләт бурысы |
4.9 млрд (202 2)[8] (дәүләттең тышҡы бурысы ғына) |
Дәүләт килемдәре |
311млрд сом |
Дәүләт сығымдары |
294 млрд сом |
Если не оговорено иное, все цифры даны в долларах США |
Ҡырғыҙстан иҡтисады башлыса хеҙмәтләндереү өлкәһенән һәм сәнәғәттән тора. 2022 йылда эске тулайым продукттың үҫеше 7,0 % тәшкил итә[1].
Сәнәғәт сеймал табыу тармағынан һәм энергетиканан тора. Еңел һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте предприятиелары бар. Ауыл хужалығы продукцияһының байтаҡ өлөшө экспортҡа китә.
Яғыулыҡ ҡойоу станциялары баҙарын өлөшләтә Газпром нефть корпорацияһы[9] контролдә тота, ул илдең төньяғындағы яғыулыҡ ҡойоу станцияларының 63 процентына хужа булып тора[10].
Ҡырғыҙстандың килеменең мөһим статьяһын туризм тәшкил итә. 2019 йылда эске тулайым продуктта туризм өлкәһенең өлөшө — 5 % һәм, Нацстатком мәғлүмәттәре буйынса, 2019 йылда Ҡырғыҙстанға 1,8 миллион самаһы кеше килә. 2020 йылда ҡунаҡтар һаны 2019 йыл менән сағыштырғанда 15 процентҡа артыуы көтөлә, әммә көтөүҙәр аҡланмай[11].
Бәләкәй бизнестың өлөшө ҙур түгел — 2013 йылда бәләкәй һәм урта предприятиелар персоналы (шәхси эшҡыуарҙарҙан һәм крәҫтиән хужалыҡтары эшселәренән тыш) ни бары 87,7 мең кеше тәшкил итә (иҡтисадта мәшғүл булыусыларҙың 3,9 проценты). Шулай уҡ илдә 2013 йылға 329,7 мең шәхси эшҡыуар (физик шәхестәр) иҫәпләнә[12].
Дәүләт тышҡы бурысы етди проблема. Ул, 2008—2012 йылдарҙа ҡырҡа артып, 2083,8 миллион долларҙан 3031,1 миллион долларға тиклем етә.
Эске тулайым продукт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡырғыҙстандың һатып алыу мөмкинлеге паритеты буйынса эске тулайым продукты:
- 2009 йылда — 14,7 млрд,
- 2010 йылда — 14,893 млрд,
- 2011 йылда — 16,106 млрд,
- 2012 йылда — 16,38 млрд,
- 2013 йылда — 18,439 млрд,
- 2014 йылда — 19,382 млрд.[13]
- 2021 йылда — 35,4 млрд.[14]
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]ҡарағыҙ: Экономика Киргизской ССР
1990-сы йылдарҙа республика индустрияла үҙгәрештәр кисерә һәм хатта Урта Азия кимәле буйынса ла түбәнгә төшә: Ҡырғыҙстандың ЭТП-һы 1990—2001 йылдарҙа 10,35 тапҡырға кәмей (шул уҡ ваҡытта күрше Үзбәкстанда 3,45 тапҡырға)[15].
Хосусилаштырыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бойондороҡһоҙлоҡ осоронда Ҡырғыҙстанда дәүләт милкенең байтаҡ өлөшө хосусилаштырыла: 2011 йылдың 1 ғинуарына дәүләт 7334 объектты шәхси ҡулдарға тапшыра[16]. Сауҙа һәм йәмәғәт туҡланыуы (97,7 % — 1918 объект) һәм көнкүреш хеҙмәтләндереү өлкәһе (99,9 % — 1236 объект) тулыһынса тиерлек хосусилаштырыла[17]. Башҡа өлкәләрҙә хосусилаштырыу аҡрын бара. 2011 йылдың 1 ғинуарына ҡарата төҙөлөштөң 60,0 % (435 объект), производствоға ҡарамаған өлкәнең 50,8 % (636 объект), транспорттың 63,1 % (186 объект), ауыл хужалығының 45,3 % (391 объект), башҡа тармаҡтарҙың 54,7 % (1282 объект) шәхси ҡулдарға күсә[18]. 2010 йылдың февралендә илдең алдынғы энергия бүлеү компанияһы — «Северэлектро» хосусилаштырыла[19].
Республиканың аграр секторында крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары өҫтөнлөк итә (2013 йылда 382,8 мең берәмек), 2013 йылда илдә етештерелгән ауыл хужалығы продукцияһының 96,5 проценты уларға тура килә (коллектив хужалыҡтарға 3,1 процент, дәүләт хужалыҡтарына 0,5 процент)[20]. Колхоздар бөтөрөлгән. 2009—2013 йылдарҙа ғына Ҡырғыҙстанда коллектив хужалыҡтар һаны 781 берәмектән 497 берәмеккә, дәүләт хужалыҡтары һаны 71-ҙән 56-ға тиклем кәмей[21]. Республикала малсылыҡ үҫешкән — 2012 йылдың 1 ғинуарына ҡарата 1338,6 мең эре мөгөҙлө мал, 5288,1 мең һарыҡ һәм кәзә, 388,9 мең йылҡы, 59,2 мең сусҡа, 4815,3 мең ҡош-ҡорт иҫәпләнә[22].
Сәнәғәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Автомобиль сәнәғәте: 2020 йылда Бишкәктә тәүге ҡырғыҙ автобренды Kami Motors барлыҡҡа килә, бер-ике йылдан Kami Nimble электр йөк машинаһын күпләп етештереү планлаштырыла[23][24].
Сеймал табыу сәнәғәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡырғыҙстанда табыла:
- алтын (Ҡомтор ятҡылығы)[25],
- терегөмөш (Айдаркен ятҡылығы)[26],
- аҡ ҡурғаш һәм вольфрам (Трудовое (Хеҙмәт) ҡурғаш-вольфрам ятҡылығы)[27].
- Элек күмер күпләп сығарыла (Ҡара-Кече һоро күмер ятҡылығы)[28] һәм башҡалар. 1991 йылда республикала 3148 мең тонна күмер табыла, ә 1995 йылда тик 532 мең тонна[29].
Нефть күп сығарылмай һәм яйлап кәмей: 1991—2011 йылдарҙа ул 142,7 мең тоннанан 68,2 мең тоннаға тиклем кәмей[30]. Шулай уҡ 2011 йылда 14,9 млн м3 тәбиғи газ сығарылған[30].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 По итогам 2022 года рост экономики составил 7 процентов - Статистика Кыргызстана
- ↑ ВВП Кыргызстана по итогам 2022 года составил $10.9 млрд при расчете средневзвешанного курса доллара к сому в 2022 году в 84.125 сома.
- ↑ List of countries by GDP (PPP) — Wikipedia
- ↑ https://data.worldbank.org/indicator/NY.GDP.PCAP.CD?locations=KG&name_desc=true&order=wbapi_data_value_2014+wbapi_data_value+wbapi_data_value-last&sort=desc
- ↑ https://data.worldbank.org/indicator/NY.GDP.PCAP.PP.CD?locations=KG&name_desc=true&order=wbapi_data_value_2014+wbapi_data_value+wbapi_data_value-last&sort=desc
- ↑ Экономически активное и неактивное население - Открытые данные - Статистика Кыргызстана
- ↑ 7,0 7,1 7,2 7,3 Кыдыкеева А.А. Влияние миграции на экономическое развитие южного региона Кыргызстана // Евразийское Научное Объединение. - 2015. - № 8 (8). - С. 42
- ↑ Наабер Ю.Р., Галушкин В.А., Шарабакина И.Н. Мировые экономические кризисы и новые возможности для Кыргызстана // Вестник Кыргызско-Российского славянского университета. - 2013. - Т. 13. - № 10. - С. 163
- ↑ «Газпром нефть» заправит Киргизию. Компания удвоит количество АЗС в стране . Дата обращения: 23 июнь 2010. Архивировано из оригинала 8 ноябрь 2017 года. 2017 йыл 8 ноябрь архивланған.
- ↑ РБК daily: «Газпром нефть» развернётся в Киргизии(недоступная ссылка)
- ↑ Партия «Кыргызстан»: Увеличим количество туристов до 2 млн в год! Дата обращения: 23 март 2023.
- ↑ Табалдиева А. С., Ибраимова И. О. Малый и средний бизнес в Кыргызстане // Наука, новые технологии и инновации. — 2015. — № 3. — С. 123
- ↑ The World Bank . Дата обращения: 17 ғинуар 2016. Архивировано 4 июль 2015 года.
- ↑ GDP, PPP (current international $) - Kyrgyz Republic | Data . Дата обращения: 22 март 2023.
- ↑ Турдиев Т. И. Историко-экономические и региональные предпосылки социальной турбулентности в Кыргызстане // Социальная политика и социология. — 2013. — № 2-2 (93). — С. 80
- ↑ Ниязалиев К. С. Формирование многоукладности экономики как фактор развития конкуренции в Кыргызстане // Вестник Кыргызско-Российского славянского университета. — 2014. — Т. 14. — № 1. — С. 35
- ↑ Ниязалиев К. С. Формирование многоукладности экономики как фактор развития конкуренции в Кыргызстане // Вестник Кыргызско-Российского славянского университета. — 2014. — Т. 14. — № 1. — С. 35
- ↑ Ниязалиев К. С. Формирование многоукладности экономики как фактор развития конкуренции в Кыргызстане // Вестник Кыргызско-Российского славянского университета. — 2014. — Т. 14. — № 1. — С. 35
- ↑ Киргизская оппозиция критикует приватизацию «Северэлектро» . Дата обращения: 24 июнь 2010. Архивировано 3 октябрь 2010 года.
- ↑ Элеманова А. Ч. Аграрный сектор Кыргызстана в условиях вступления в Евразийский экономический союз (ЕАЭС) // Известия ВУЗов Кыргызстана. — 2015. — № 1. — С. 125
- ↑ Элеманова А. Ч. Аграрный сектор Кыргызстана в условиях вступления в Евразийский экономический союз (ЕАЭС) // Известия ВУЗов Кыргызстана. — 2015. — № 1. — С. 125
- ↑ Турдубаев Т. Ж., Альмеев И. А., Осмоналиев С. К. Сохранение и совершенствование пород овец и коз в Кыргызстане // Овцы, козы, шерстяное дело. — 2013. — № 2. — С. 109
- ↑ В Киргизии появился первый национальный автомобиль (фото) 2022 йыл 18 февраль архивланған. // 13 августа 2021 Первый киргизский автомобиль завезут в Россию через Белоруссию 2022 йыл 18 февраль архивланған.
- ↑ В Киргизии сорвался запуск производства первого национального автомобиля 2022 йыл 18 февраль архивланған. Начало продаж первого киргизского электрогрузовика Kami Nimble отложено 2022 йыл 18 февраль архивланған. // Газета.ru, 15 февраля 2022
- ↑ Кого привлекает блеск киргизского золота? Дата обращения: 23 июнь 2010. Архивировано из оригинала 18 май 2013 года. 2013 йыл 18 май архивланған.
- ↑ Хайдарканская группа месторождений (Средняя Азия) . Дата обращения: 23 июнь 2010. Архивировано 22 февраль 2017 года.
- ↑ НОК потерял олововольфрамовое месторождения в Киргизии . Дата обращения: 23 июнь 2010. Архивировано из оригинала 10 декабрь 2007 года. 2007 йыл 10 декабрь архивланған.
- ↑ Ж.Ибралиев: Кара-Кече. На развалинах киргизской угольной империи . Дата обращения: 23 июнь 2010. Архивировано из оригинала 23 сентябрь 2008 года. 2008 йыл 23 сентябрь архивланған.
- ↑ Камчыбеков Д. К. Угольная промышленность Кыргызстана и её роль в топливно-энергетическом комплексе // Уголь. — 2013. — № 12. — С. 22
- ↑ 30,0 30,1 Кунакунов М. К. Динамика развития государственно-частного партнерства в Кыргызстане // Вестник Кыргызско-Российского славянского университета. — 2013. — Т. 13. — № 12. — С. 145
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Экономика Киргизии Архивная копия от 29 март 2010 на Wayback Machine